УҠЫРҒА НИӘТ ИТЕГЕҘ, НИӘТ ХЫЯЛДАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРА Сибай институты тигән һүҙбәйләнеш йәшәмеш булып сыҡты, ялан уртаһында ҡалҡты ла, ышаныслы аҙымдар менән алға ынтылды. Киләсәктә лә йәшәр, сөнки был йорттоң ниәте изге, булмышы ныҡлы, үтәгән миссияһы бик тә юғары - милли кадрҙар әҙерләй ул. Юғары уҡыу йортоноң бөгөнгө тын алышын тойор өсөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул белем һәм тәрбиә (эйе, тәрбиә лә, сөнки онотола барған был халәт тә хас юғары уҡыу йортона) усағының тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәндән һуң тәртәне технология факультеты уҡытыусылары Вәлиев Азат Сәлимйән улы (технология факультеты деканы, техник фәндәр кандидаты, педагогия фәндәре докторы) менән Мусин Шәһит Ришат улы (педагогия фәндәре кандидаты, доцент) яғына борҙо. Улар менән дә һөйләштек. Фекерҙәш шәхестәр эргәһендә булып, уларҙы тыңлап, йылы хистәр уянды СиБДУ тураһында. Илдар Сәлихйән улы: Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтарының республиканың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Сибай ҡалаһында юғары уҡыу йорто асыу тураһында мөрәжәғәт итеүенә утыҙ ике йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Башта педагогия институтының филиалы булараҡ асылған уҡыу йорто 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының филиалына әйләнде. Шунан бирле ун дүрт меңдән ашыу студент ошо юғары уҡыу йортонда белем алды. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарыныҡы. Республика буйынса һәм сит өлкәләргә таралды Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаусылар, уҡыу йорто иһә ҙур белем биреү фәнни үҙәгенә әйләнде. Юғары белемле һөнәр кешеләренә ихтыяж элек көслөрәк ине, әле лә кәмемәй. Йыл да февралдән үк мәғариф бүлектәре, полиция хеҙмәте органдары, суд приставтары, банктар шылтыратып белешә башлайҙар. Иҡтисадсылар бар, ә бына юристар етешмәй, тиҙәр. Уҡытыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел: һәр районға хәҙерҙән үк егермешәр уҡытыусы талап ителеүе, әле эшләп йөрөгән уҡытыусыларҙың алтмышлап проценты пенсия йәшенә етеп килеүе тураһындағы мәғлүмәтте беләбеҙ. Шуға ла беҙгә директорҙар шәхсән үҙҙәре мөрәжәғәт итә, район мәғариф бүлектәре етәкселәре килеп, сығарылыш курс студенттары менән ҡыҙыҡһына. Февраль-март айҙарында уҡ һуңғы курс студенттарына эш урыны билдәле була. Егеттәрҙең күбеһе, әлбиттә, әрме сафына алына, ҡалған утыҙлап проценты уҡыуҙарын магистратурала, аспирантурала, йәки икенсе юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Ә ихтыяж бик ҙур. Ике меңдән ашыу студенттың 20-25 проценты Сибайҙан, ҡалғандарҙың күпселеге Урал аръяғы райондарынан. Һан буйынса беренсе урында, әлбиттә, Сибай ҡалаһы менән Баймаҡ районы, шунан Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән райондары килә. Хатта Өфөнән дә бар студенттарыбыҙ. Технологик факультетта нефть һәм газ табыу буйынса инженерҙар әҙерләү йүнәлешен булдырғас, Себерҙән килеп уҡый башланылар. Магнитогорск ҡалаһында университет ябылғандан һуң беҙгә уҡырға килеүселәр һаны тағы ла артты. Абитуриенттар өсөн конкурс элекке һымаҡ түгел, әлбиттә. Элек бит бер урынға ун кеше дәғүә итә ине, әле бер бюджет урынына ике-өс кеше тура килә. Беҙҙең студенттарҙың 30-40 проценты өсөнсө-дүртенсе курстан уҡ эш башлай, сөнки закон студенттарға мәктәптә эшләргә рөхсәт итә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буласаҡ уҡытыусылар диплом алалар ҙа мәктәптән китәләр, сөнки эш хаҡын күтәрер өсөн юғарыраҡ категория, ваҡыт кәрәк. Шулай итеп, уҡып сыҡҡандарҙың яртыһы ғына мәктәпкә бара, ҡалғандары икенсе эш эҙләй. Беҙ, әлбиттә, уларҙың ҡайҙа эшкә урынлашҡанын күҙәтәбеҙ. Эшкә төшмәһәләр, йә урын таба алмаһалар, ярҙам итәбеҙ, район хакимиәттәренә бәйләнешкә сығабыҙ, эргәләге предприятиеларға шылтыратабыҙ. Институт милли кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш атҡара, студенттарыбыҙҙың 80 проценты, ситтән тороп уҡыусыларҙың 60 проценты - башҡорттар. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күптәре бөгөнгө көндә етәксе урындарҙа эшләй. Һәр ауыл һайын тиерлек - беҙҙең белгестәр. Күп кенә район башлыҡтары юғары белемде беҙҙә алған. Был үҙе ҙур күрһәткес! Милли үҙенсәлегебеҙ уҡыу йортоноң ишек алдынан уҡ башлана: билдәле шәхестәребеҙгә ҡуйылған бюстар, стеналарҙағы халҡыбыҙҙың тарихи ваҡиғаларына бәйле барельефтар үҙҙәре үк тәрбиәүи сара булып тора. Әлбиттә, башҡорт теле дәрестәренә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы программаларҙың 50 проценты юғарынан төшөрөлә, ҡалғанын һайлау мөмкинлегенә эйәбеҙ. Мәҙәни яҡтан үҫешеүгә лә иғтибар юғары: ике бейеү ансамблебеҙ бар, ҡурайсылар, йырсылар - бөтәһе лә бар беҙҙә. Дауамы #КискеӨфө сайтында: http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5537