🌐 Түңгәүерҙәр оло ҡор йыйҙы
Ошо көндәрҙә Әбйәлил ерендә Түңгәүер ырыуы башҡорттары йыйыны үтте. Унда Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Белорет түңгәүерҙәре менән бер рәттән Әбйәлил районында йәшәгән ырыуҙаштар – Ишҡол, Тәпән, Ҡырҙас, Әхмәт, Исҡужа, Асҡар ауылдарынан делегациялар ҡатнашты.
Мәртәбәле йыйынға абруйлы түңгәүерҙәр – ырыу ҡорбашы, билдәле актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов, БР Конституция суды рәйесе урынбаҫары Хәйҙәр Вәлиев, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияhы Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире Әхтәр Ғайсин, Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире, тарихсы Азат Ярмуллин, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, ғалим, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов, филология фәндәре докторы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар килгәйне.
Ике көн дауам иткән ҡорҙың район мәҙәнәит йортонда үткән тәүге өлөшө фәнни-практик конференция рәүешендә ойошторолдо.
Ырыу ҡорбашы Хөрмәтулла Үтәшев йыйылыусыларҙы тәбрикәләгәндән һуң, һүҙ район башлығы Илдар Нафиҡовҡа бирелде.
– Әбйәлил ерлегендә йәшәгән, ошо төбәктән сыҡҡан түңгәүер ырыуы халҡы республикабыҙҙа һәр өлкәлә хеҙмәте менән дан ҡаҙанған. Түңгәүер ырыуын ғына түгел, Әбйәлилде, Башҡортостаныбыҙҙы данлаған ир-уҙамандар, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар – районыбыыҙҙың терәге һәм таянысы. Ырыу бәҫен, кендек ҡаны тамған изге тупраҡ көсөн, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тарихты һаҡлап уны быуындан-быуынға тапшырыусы яҡташтарыбыҙ – беҙҙең ғорурлыҡ. Киләһе йылда Әбйәлилдә йәшәгән тамъян, ҡатай, түңгәүер, бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарының район йыйынын үткәрергә хәл иттек. Башҡорт ырыуҙары бер-береһе менән аралашып, дуҫ йәшәһә, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эштәрҙе кәңәшләшеп башҡарһа, милләтебеҙ берҙәм, көслө булыр, – тине Илдар Таһир улы.
Артабан түңгәүерҙәр тарихы, улар нигеҙләгән ауылдар, һыулаған йылға-шишмәләр, йәйләгән урындар хаҡында йәнле сығыштар булды. Ырыу данын арттырған хөрмәтле түңгәүерҙәр тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерелде. Шулай уҡ ошо ырыуға ингән ауылдар, уның кешеләре тураһында һуңғы ваҡытта табылған документтар, ҡыҙыҡлы асыштар һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ғалим, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов ошо йыйын алдынан нәшер ителгән «Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүерҙәре тарихы» исемле китап менән таныштырҙы. Фуат Мырҙағәле улы әйтеүенсә, китапта ырыуҙың дөйөм тарихын, шәжәрәһен асыҡлауға йүнәлтелгән тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре аша республиканың Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарында йәшәгән Урман түңгәүере ырыуы башҡорттарының килеп сығышын, биләмәһен, ырыу атрибутикаһын, батырҙарҙың ихтилалдарҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыуын күрһәтеү, һәр ауыл буйынса тарихи очерк биреү, ырыуҙың Тамъян-Түңгәүер улысы составындағы тарихын асыҡлау, арҙаҡлы шәхестәрен билдәләү, хужалығы, йәйләүҙәргә сығыу тарихы, рәүиз материалдары һәм башҡа документтар, тарихи-этнографик мәғлүмәттәр, табылған, төҙөлгән шәжәрәләр менән таныштырыу, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эштәрен баҫтырыу төп маҡсат булған.
Тулыраҡ : https://kurultai.ru/ru/content/3335-tgerr-olo-or-jyjy/
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АбзелиловскийРайон #Молодежь #Культура #История #Тунгаур