БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨ яҡынлаша, 1941-1945 йй. фашистик Германия һәм уның ҡуштандары менән геройҙарса көрәшеп Еңеү яулаған ата-олатайҙарыбыҙға мәңгелек дан!!! Атайым - Мырҙағәли Баязит улы Сөләймәновтың фронтҡа алынғас төшкән фотоһы һәм ҡайһы бер документтары табылды! (1942 йылда сержант мәктәбендә уҡыған осорҙа төкән фото булырға тейеш). Ватан һуғышы яугиры, атайым - Мырҙағәле Баязит улы Сөләймәнов (1924-1975). 1924 йыла 2-се Түңгәүер волосы Түбәнге Сәлим ауылында донъяға килгән. Сержант, автоматчиктар взводы командиры урынбаҫары, 1942 йылда, Байҡара мәктәбен тамамлағас, Баймак районы РВК-һынан фронтҡа алына, сержант мәктәбендә уҡып, 1943 йылда Ленинград фронтында батырҙарса һуғышып, атака ваҡытында взводты алға әйҙәп, фашистар менән ҡул һуғышында алышып, ҡаты яралар (дошман штыгы күкрген үтә тишә, уң ҡулына пуля, эсенә, аяҡтарына граната ярсыҡтары үтеп инә, контузия ала ) алып йығыла. Иптәштәре уны үлгәндәр исемлегенә индерә. Әммә батыр йәрәкле санитарка уны яу яланынан плащ-палатҡаға һалып һөйәрәп сығарып, беренсе ярҙам күрһәтеп, госпитальға оҙатып, ҡотҡарып ҡала. Был алышта бик күптәр батырҙарса вафат була, шул иҫәптән командирҙар ҙа, шуға ла атайымды наградаға тәҡдим итеүселәр булмай...1944 йылда 8-9 ай госпитальдәрҙә дауаланғандан һуң өйөнә ҡайтарыла. Яралары уңалып бөтмәгән көйө, костыльдә йөрөүгә ҡарамаҫтан 1944-1945 йылдарҙа Матрай районы военкоматында йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләй. 1945 йылда уны "За победу над Германией" миҙалы менән наградлағандар, тик уның документы әлегә табылманы. Артабан әсәйебеҙ Бөрйән волосы Үрге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы Менәүәрә Хәйрулла ҡыҙы Сабитова (1926-2016) менән ғаилә ҡороп 9 балаға атай була. Әсәйебеҙ ҙә тылда эшләп Бөйөк Еңеүгә оло өлөш индергән, ул Тыл Геройы исеменә лайыҡ булды. Приближается ВЕЛИКИЙ ДЕНЬ ПОБЕДЫ! Вечная слава нашим отцам и дедам, победившим фашистскую Германию с ее сателлитами в Великой Отечественной войне 19141-1945 гг.!!! Нашлась фотография отца периода Великой Отечественной войны (вероятно фото сделано во время учебы в сержантской школе в 1942 г.) ! Мой отец, Сулейманов Мурзагали Баязитович - участник Великой Отечественной войны, сержант, командир отделения, зам.ком. взвода автоматчиков. В 1943 г. был тяжело ранен (грудь проколота штыком насквозь, в животе и ногах осколки от вражеской гранаты, на правой руке пуля, контузия...) в рукопашном бою под Ленинградом. Вынесен из поля боя и спасен смелой санитаркой, 8-9 месяцев пролежал в госпитале , вернувшись работал в военкомате, готовил молодежь к армии. После войны, с мамой создали семью, родили 9 детей.